Беҙҙең Башҡортостан
Рәхәт икән олоғайғас...
(Шаярыу ҡатыш шиғыр)
Олоғайғас рәхәт икән:
Эшкә бараһы ла юҡ,
Ҡайнар ашты ҡарһаланып
Өрөп ҡабаһы ла юҡ.
✅https://kungak.ru/news/pobeda-81/2025-08-30/batima-ay-y-ber-k-n-4366986
Матур күлдәк, йөҙөк, алҡа
Һатып алаһы ла юҡ.
Төндә бәпестең юрғанын
Тороп ябаһы ла юҡ.
Үткәндәр менән ризаһың -
Яҙмыштарҙан юҡ уҙмыш.
Нимәлер иҫбат итмәйһең -
Үҙе бер сер ул тормош.
Үкенһәң дә, ялбарһаң да,
Үҙ өлөшөң алғанһың.
Эшләгәнһең, йәшәгәнһең,
Йәшнәгәнһең, янғанһың.
Һөйөлгәнһең һәм һөйгәнһең
Йәшлегең таңдарында.
Донъя йөгөнә егелеп,
Тартҡанһың ,,һалдарын" да.
Олоғайғас сәйер икән:
Үҙең баш та, үҙең түш.
Умартала - тик инәғорт,
Ситкә осҡан оло күс.
Олоғайғас ғәжәп икән:
Йүгермәйһең мәж килеп.
Ваҡытты яйлап һуҙаһың -
Ҡалғандың ҡәҙерен белеп.
Гөлнур Ғиззәтуллина. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал