Беҙҙең Башҡортостан
– Юҡҡа ҡайғырма, был сибәрлегең менән бер-ике төндә фатирыңа түләрлек аҡса эшләй алаһың.
– Нисек? – Ғәлиә, Сәкинәнең әйткәнен аңламай, йәшле күҙҙәрен уға төбәне.
– Әллә шуны ла аңламайһың?! Иртәгә минең менән «төнгө һунар»ға сығырһың. Ир-ат һине күреп ҡалһа, көтөүе менән килеп йәбешәсәк, аҡсаларын да йәлләмәйәсәк, – тине лә, шифоньерҙы асып, ундағы кейемдәрҙе барлай башланы.
– Был алам-һалам менән аҡса эшләй алмаҫһың, үҙемдең күлдәкте биреп торормон, – тине Сәкинә.
– Кит юҡты!.. Астан үлһәм – үләм… – тип Ғәлиә ултырған урынынан һикереп үк торҙо.
– Үл, улайһа!.. Риза булһаң, шылтыратырһың, – тип, Сәкинә ҡайҙалыр ҡабаланып, сығып та китте. Йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, төнө буйы уйланып сыҡты Ғәлиә һәм ризалашыуҙан башҡа сара юҡлығын аңланы.
https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-16/abatlanma-ya-myshtar-4783309 Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал