Беҙҙең Башҡортостан
кем икәнен һиҙемләне. Доғаларын теүәлләй алмай ҡалды. Шулай һәр ваҡыт йәнем тыныс булмаҫмы икән ни, тип таныш аҙым тауышынан зиһене буталды, башы әйләнде, бөтә тәне ауырайып, урынынан тора алмай аҙапланды. Күҙ алдары ҡараңғыланғас, ишек асылғанын абайламаны ла...
Улы ҡапыл: “Үләм, әсәй, баш төҙәтерлек кенә бир...” тине. “Эй, Хоҙайым, пенсия аҡсаһын ҡайҙа һалдым әле”, — тип ике ҡуллап башын тотто әсә. Вәлит әсәһенең төртәләнгәнен көтөп тә торманы, өҫтәл япмаһын асып, күпме бар, шуны кеҫәһенә һалып, сығып та китте. “И-и, ошо көндәрҙе күрер өсөн көнө-төнө эшләгәнмен икән дәбаһа. Ғәрлеге ни тора! Ер тишегенә инеп юғалырһың. Пенсиямдың башына ризыҡ-маҙар алып өлгөрмәнем, аҙағынаса шулай осоп бөтөр инде”, — тип өҙгөләнде Сәриә. Элегерәк ололарҙың “Яңғыҙ улым яуҙан ҡаты” тигәндәрен ишетһә, берҙән-бер балам ниңә улай булһын, булмаҫ, ти торғайны үҙенсә...
https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/f-it-s-k-yem-4801099 Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал