Беҙҙең Башҡортостан

@rb_media
Фото МӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘ Уҡытыусы һөнәренең асылы Ер йөҙөндә бихисап һөнәрҙәр бар. Шулай ҙа һәр кешегә таныш һәм күп осраҡта һәр беребеҙҙең киләсәген билдәләүҙә иң мөһим урында торған бер һөнәрҙе атамай булмай, ул да булһа – уҡытыусы һөнәре. Һүҙебеҙ бөгөн яңыраҡ ҡына үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләгән Лидия Лотфрахман ҡыҙы СӘМИҒУЛЛИНА тураһында. Ул 80 йәшенә аяҡ баҫҡанда ла күп педагогтарҙың остазы-кәңәшсеһе булып ҡала. – Заман кешеһе бөтә нәмәне белергә тейеш, мин дә барыһына ла өлгөрөргә тырыштым. Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышым – ғаиләмдән уңдым. Тормош иптәшемдең һәр саҡ аңлап ҡабул итеүенә, тормошомда терәк булыуына рәхмәтлемен, әсәй-атай, өләсәй-олатай шатлыҡтарын кисереүебеҙ менән бәхетлемен, – ти ул. https://ashkadar.com/articles/ala-m-uny-keshel-re/2026-09-16/m-llimlek-n-elen-n-kil-4814684
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал