Беҙҙең Башҡортостан

@rb_media
Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме? – Ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Эйелеп иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.Ишек төбөндә аҫмалы сумкаһын иҙәнгә ҡуйырғамы, юҡмы тип аптырап, боҫланған күҙлегенең өҫтөнән һөҙөргә әҙер бәрәс кеүек ҡарап торған баланы шәйләп, «Былай ҙа шөҡәтһеҙ, йәмһеҙ ҡыҙ булыр икән» тип уйлап алды тәүҙә. Йыуғысын иҙәнгә шап итеп төшөрҙө лә ҡулдарын бөйөрөнә таянды. – Өйҙөң башына «Атайҙар йорто» тип яҙылғанмы ни? – оҡшаманы уға был үҫмер. – Беҙҙә ҡай саҡ тәртип өсөн ишекте шаҡып инеүселәр ҙә була. Сепрәген һыуға тығып һығып алды. Боҫланған күҙлеген ҡулъ­яу­лығы менән һөртөп маташҡан таныш түгел ҡыҙға тағы әйләнеп баҡты: – Беҙҙә артыҡ атай юҡ, исем-заты кем? Ҡыҙ «эшкә яҡыныраҡ килгән­гәме», бер сама теремекләнеп китте, хатта күҙлеге аҫтындағы күҙҙәрендә ниндәйҙер сатҡылар сәсрәп киткәндәй булды. – Сәғитов Йомаҙил. Ошо адрес­ты биргәйне әсәйем. Мин Дүртөй­лөнән килдем. Йыраҡ ине Дүртөйлө. Төҫ-башына, кәүҙә торошона ҡарағанда, 12–13 йәштәрҙәге үҫмерҙе хәтерләтһә лә, бер нисә пересадка аша ул тиклем араны үтерлек булғас, ҡыҙ, күрәһең, ҙур ғына. Тик ҡатындың уйында ул түгел ине. Ун ике йыл йәшәйҙәр, ә буй еткергән ҡыҙы бар икәнен әйтмәгәйне ире. Ысвулыч! Ысынлап та иренең исем-затын атаны бит. – Йомаҙил бында йәшәй, тик уның ситтә балаһы юҡ, – тине Зөләйха. Йомшаҡ итеп әйтте. Балаға тишерҙәй ҡараны. Унда иренең йөҙ-ҡиәфәтен сырамытырға тырышты. Таба алманы. Бер генә ере лә оҡшамаған. Был бигерәк йәмһеҙ - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-03-09/sha-ma-oyash-3170839
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал