"ТАМАША" журналы
@tamasharb
Фото 🌀 Фирүзә Абдуллина: «Оҡшатҡандар уҡыһын, оҡшатмағандар урап үтһен...» Бынан ун-ун биш йылдар самаһы элек наҙлы ғына ел, шифалы ғына ләйсән ямғыры кеүек булып уның шиғырҙары интернет киңлектәре буйлап һибелеп китте. Фекере – тос, һәр ҡайһыһында – аҡыл үә тормош фәлсәфәһе. Шул уҡ ваҡытта яҙғандары көйгә һалынып, талғын ғына бер йыр булып яңғырағандай. Хәйер, Фирүзә апай үҙе лә хас та шул ижады төҫлө. Әйтер һүҙе ниндәй генә булмаһын, фиғеле тыныс, мөғәмәләһе йомшаҡ. Ҡая кеүек ныҡлығы, сабыр булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана уның. Ә бына янына килдеңме, һине әйтеп аңлатҡыһыҙ бер йылылығы, наҙы менән сорнап алғандай. Шағирәнең булмышы, аураһы шундай... – Бер мәлде, ҡапыл ғына шиғырҙарығыҙ социаль селтәрҙәр буйлап һибелеп киттеләр ҙә, бер иртәлә һеҙ тотош республикаға билдәле булып уяндығыҙ... – Эйе, ижадымдың таралып, үҫешеп китеүе интернеттың әүҙемләшеүе менән бәйле булды. 2013 йылда Гөлнар ҡыҙым мине социаль селтәрҙәргә теркәне. Ҡәләмдәшем Гөлнур Ҡыуатова (әйткәндәй, Гөлнурҙы дүрт йәшлек сағынан уҡ беләм. Беҙ эшләгән Ейәнсура районы Юлдаш ауылы мәктәбе директоры Вил ағай менән Гөлшат апайҙың ҡыҙҙары ул, миңә үҙ һеңлем кеүек яҡын – Ф.А.) кәңәше буйынса шиғырҙарымды «дөрөҫ итеп» һала башланым. Шунан мине интернет даирәләрендә Гөлназ Ишемғолова күреп ҡалған. Уның да «Мөхәббәтле миҙгел» тип исемләнгән бик уңышлы эшләгән төркөмө бар ине. Артабан Гөлназ, шиғырҙарымды үҙенең төркөмөнә күсереп ҡуйып, мине билдәле итеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Тәүҙә элекке шиғырҙарымды урынлаштыра инем, һуңынан яңыларын ҡуя башланым. Кешеләр шиғырҙарымды уҡый, комментарийҙар, хаттар яҙа. Уҡыусы менән бәйләнеш булғас, хуплау, рәхмәт һүҙҙәре ишеткәс, яҙғы килеп кенә тора икән. Яңы шиғыр тыуҙымы, шунда уҡ интернетҡа сығарып ебәрәм... Улай йыш һалма, тиҙәр ине миңә. Әммә әҙер шиғырҙы ҡуймай түҙеп тороу ҡайҙа ти инде! 2014–2016 йылдарҙа бик әүҙем эшләнем. Ошо йылдарҙа китаптар сығара башланым. 2017 йылда Яҙыусылар союзына ағза итеп алдылар. Был минең өсөн ҙур ваҡиға булды, яуаплылыҡ тойғоһо уятты. Сейле-бешле шиғырҙар сығарырға хаҡым юҡ тип, уларҙы янымда ятҡыра биреп, һирәкләп кенә халыҡ иғтибарына, төркөмгә һала башланым. Күбеһен туранан-тура китап итеп баҫтырҙым. – Йәшерен-батырыны юҡ, һеҙҙе башта тәнҡитләүселәр ҙә булды... – Эйе, интернетта шиғырҙарым таралып киткәс, профессиональ шағирҙар бик ҡаты тәнҡит утында тотоп алды. Матбуғатта ла төрлө яҙмалар донъя күрҙе. Шиғриәткә хилаф ҡылыусылар, ҡағиҙәләрҙе боҙоп, юл һәләкәтенә килтереүсе «сәйнүктәр» улар, ундайға юл ҡуйырға ярамай, тип тә яҙҙылар. Шиғриәт һәммәһе өсөн дә түгел, бары һайлап алынғандар өлөшө имеш тә, минең ижадым уны бигерәк ергә, тормош-көнкүреш кимәленә төшөрә икән... – Был йәһәттән һеҙҙең үҙегеҙҙең фекерегеҙ ниндәй? – Мин былай тип яуап бирҙем: https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2026-01-29/o-shat-andar-u-y-yn-o-shatma-andar-urap-t-en-4556314
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал