"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
🏆Батыр исеме — халыҡ хәтерендә
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Фаил Ниғәмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналған спорт ярыштары үтте.
Уның хөрмәтенә ауылда ат сабышы һәм «Ауҙарыш» милли уйыны ойошторолдо. Балалар өсөн дә күңелле конкурстар һәм төрлө уйындар әҙерләнде.
Бындай саралар яугирҙәребеҙҙең исемен мәңгеләштерә, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе йәш быуынға еткерә.
Сығанаҡ: Баймаҡ районы төркөмө Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал