"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
@uldash_fm
Фото Башҡорт теленән диктантты офлайнда 200 меңдән ашыу кеше яҙған “...Беҙ ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеген күҙәтәбеҙ: бөтә донъяла барлығы 2000-дән ашыу офлайн-майҙансыҡ асылған, уларҙа 200 000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан. Онлайн-форматта эштәрҙе ҡабул итеү әүҙем бара – “МАКС” мессенджеры аша 100 000-дән ашыу эш ҡабул ителде лә инде. Быйыл ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 400 меңдән ашып китеренә ышанабыҙ, акция географияһы менән дә, ҡатнашыусылар һаны менән дә киңәйеүен дауам итә”, – ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова. Диктантта ҡатнашыусылар һаны буйынса тулыһынса йомғаҡ яһалғас, аныҡ күрһәткестәр билдәле булыр. Был һандың ярты миллионға етеүе лә ихтимал.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал