"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

@uldash_fm
Видео Уртаҡ көс — берҙәмлектә! Халыҡ-ара теләктәшлек көнө уңайынан республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре изге эшкә берләште. «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Спутник» радиолары, БСТ, «Тамыр» телеканалдары, шулай уҡ гәзит-журнал редакциялары хәбәрселәре бергәләп яугирҙарыбыҙ өсөн милли ризыҡ — сәк-сәк әҙерләне. Уны "Юлдаш" радиоһының "Журналист - ирекмәндәр" төркөмө ойошторҙо. Өмә барышында киләсәккә бергәләп башҡараһы яңы пландар ҙа ҡоролдо. Журналистар — яугирҙар менән бер һыҙыҡта! Изге эстафета дауам итә. Беҙҙең акцияны Асҡын районы һәм Стәрлетамаҡ гәзите хәбәрселәре лә күтәреп алды. Тәьҫораттар видеояҙмала. ↩️
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал