"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

@uldash_fm
Фото Бөгөн Миҙхәт Шакировтың тыуыуына - 110 йыл. Миҙхәт Закир улы 1916 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте башҡорт. Ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1969-1987 йылдарҙа беренсе секретары, СССР Юғары Советының 7-11 саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе. Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакиров (1881—1968; хәҙерге Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан), әсәһе — Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (Ябалаҡ ауылынан). Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз ремонтлау заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1941 йылда Бежеца машиналар эшләү институтының иретеп-йәбештереү буйынса инженер-механик һөнәрен ала. Һуғыш йылдарында Ворошиловград заводы менән Өфөгә эвакуациялана. Төрлө яуаплы урындарҙа эшләй. 1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы. Миҙхәт Закир улы 2004 йылдың 1 майында Өфөлә вафат була, ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән. 📍 Был аҙнала Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы төҙөкләндергәндән һуң асыу ниәтләнә. Ошонда шәхестең һәйкәле лә буласаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Сығанаҡ: "Башҡорт донъяһы".
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал