"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

@uldash_fm
Видео 🎶 Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары «Шайморатов генерал» йырына клип төшөргән. Йырҙы 25-се дөйөм ғәскәр армияһының «Дружина» коллективы башҡара. Солист — Башҡортостандың халыҡ артисы, "Юлдаш" радиоһының дуҫы - Радик Динәхмәтов. Ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында хеҙмәт итә. Клипта Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Төшөрөү урындары ла осраҡлы һайланмаған. Штеровкалағы Үлемһеҙлек бейеклеге — Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урын. Ә Петровское ҡалаһындағы мемориалда генерал һәм Бөйөк Ватан һуғышының башҡа геройҙары ерләнгән.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал