"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
Һынмаҫ рухлы әсә
"Ҡанаттар"ҙың сираттағы геройы – һынауҙар алдында бирешмәгән, үҙенең сикһеҙ мөхәббәте, түҙемлеге менән балаларына ҡанат ҡуйған көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ. Ул – Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Розалия Бикбова.
Розалияның ғаиләһенә ҙур һынау аша үтергә тура килә: икенсе ҡыҙы ла, өсөнсө улы ла ДЦП диагнозы менән донъяға килә.
Ике сабыйҙың да ошо сир менән яфаланыуын белеү, уны ҡабул итеү һәм йәшәү өсөн ҡайҙан көс табырға? Төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, балаларға нисек ышаныс бирергә?
Әңгәмәне подкастта тыңлағыҙ.
↩️
https://vk.ru/wall-4647320_752784
📻Тапшырыу авторы - Сәриә Рамазанова,
🔬тауыш режиссеры - Гөлйемеш Баязитова. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал