"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

@uldash_fm
Фото Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеү аҡһаҡалы Ратмир Бәҙретдиновты иҫкә ала. Бөгөн танылған бейеүсенең вафатына 6 йыл. Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә Мәсетле районында тыуа. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамбль директоры итеп билдәләнә. 1980 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры вазифаһын башҡара. 1986-2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директор урынбаҫары һәм баш администратор була. “Ратмир Сәрүәр улы башҡарған һәр бейеү сәнғәт әҫәренә әйләнә ине”, - тип хәтерләй уның замандаштары. “Ратмир Бәҙретдинов “Байыҡ” проектында оҙаҡ йылдар баһалама рәйесе булды. Ул бик күп бейеүселәргә төплө кәңәштәре менән ярҙам итте”, - ти “Ҡурай” каналы директоры Рита Өмөтбаева.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал