Беҙ теребеҙ әле, беҙ йәшәйбеҙ,
Тимәк, әле мөмкин төҙәтеп
Белеп-белмәй ҡылған хаталарҙы,
Яҙмыштарҙы мөмкин үҙгәртеп.
Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел бит
Кемдәргәлер рәхмәт әйтергә,
Кемдәрҙелер кисерергә мөмкин,
Яҡшылығын алып хәтергә.
Беҙ теребеҙ әле. Ер өҫтөнән
Ябылмаған йөрөр юлыбыҙ,
Осрашырға, күрешергә кәрәк –
Юҡһа һуңға ҡалып ҡуйырбыҙ…
Беҙ теребеҙ әле! Үкенесһеҙ
Йәшәп үтер өсөн ғүмерҙе,
Берҙәм, татыу, ихлас булайыҡсы!
Йәшәйексе биҙәп ил, ерҙе!
Һәммәбеҙҙә юҡ-бар өсөн дә бит
Келт итергә торған бер күңел…
Кисерәйек дәррәү хаталарҙы –
Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел!
#ФирүзәАбдуллина
🎼"Юлдаш"тар һеҙгә моңло күстәнәс әҙерләй. Ә хәҙер үҙегеҙҙең тойомлау һәләтен…
🚆 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙәге Транспорт аҙналығында федераль үҙәк…
💚 Башҡортостанда бер аҙнала 147 сабый донъяға килгән 16 ноябрҙән…
🇷🇺 Бүздәктә Махсус хәрби операцияға арналған музей асылды Бүздәк ауылында…
🎄 Яңы йыл байрамдарында 11 көн ял итәбеҙ! Яңы йыл…