🚌 Башҡортостанда йәмәғәт транспортында «Бер һумға йөрөү» акцияһы башлана
1 декабрҙән пенсионерҙар һәм мөмкинлеге сикләнгән кешеләр автобуста, троллейбуста һәм трамвайҙа ташлама менән йөрөй ала.
Унда нисек ҡушылырға? ⤵️
Үҙ исемегеҙгә булған «Мир» картаһын «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәргә кәрәк. Шунан һуң бер айҙа 60 тапҡыр йөрөү мөмкинлеге бирелә.
Мәҫәлән, автобусҡа барыу 46 һум тора. Башта һәр юл йөрөү өсөн картағыҙҙан 1 һум алына, ҡалған хаҡты компенсация ҡаплай. Компенсацияның 1200 һумлыҡ лимиты бөткәс, айҙа ҡалған йөрөүҙәр бушлай була. 46 һумлыҡ тариф менән 60 тапҡыр йөрөһәгеҙ, бөтәһе 27 һум ғына түләйһегеҙ.
Ташлама карта теркәлгән айҙан һуңғы айҙың 1-се көнөнән ғәмәлгә инә. Мәҫәлән, ноябрҙә теркәһәгеҙ — декабрҙә йөрөй башлайһығыҙ.
Акция һынау режимында мартҡа тиклем эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте шылтыратып белергә мөмкин: 8 800 100 54 64
🪗 25 ноябрь — Гармунсылар көнө! Гармун моңо күңелдәргә дәрт…
🪖Муса Гәрәев исемендәге батальонға яугирҙар йыйыу дауам итә Кем пилотһыҙ…
💚 «Салауат Юлаев» хоккей клубына — 65 йәш! 1961 йылдың…
🚧 М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнә 25 ноябрҙә 16:00 сәғәттән…