Газета "Урал"/"Урал" гәзите
30 сентябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында өлкән быуындың «Мин яратам һине, тормош!» XV республика үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестиваленең гала-концерты үтте.
Гала-концертта «Атайсал» инструменталь ансамбле (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Шәғәлин), «Вдохновение+» халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Михайлова, «Ағиҙел һылыуҙары» башҡорт бейеү ансамбле (етәксеһе - Нәргизә Даниленко) сығыш яһаны.
Коллективтарҙың барыһы ла хаҡлы рәүештә фестивалдең I дәрәжә лауреаттары булды һәм гала-концертта тантаналы шарттарҙа лайыҡлы наградалары тапшырылды. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал