«Урал» - минең айырылғыһыҙ дуҫым.
- Ҡәҙерле яҡташтарым! Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан «Урал» гәзитенә һәм башҡа башҡорт баҫмаларына яҙылығыҙ! Үҙем нисәмә йылдар «Урал»ға яҙылам һәм яратып уҡыйым. Гәзиттең килгәнен көтөп алам. Типография буяуы аңҡып торған гәзит-журналдар айырыуса күңелгә яҡын. «Урал» - ул минең айырылғыһыҙ дуҫым. Гәзиттә мин рәхәтләнеп яҙышам, әленән-әле мәҡәләләрем, шиғырҙарым баҫылып сыға, «Шахмат клубы»н алып барам, конкурстарҙа ҡатнашам. Гәзитебеҙ үткәргән сараларға теләп ҡушылам, күп ваҡыт үҙем инициатива күрһәтәм. Киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ғаиләм менән гәзиткә алдан уҡ яҙылып ҡуйҙыҡ. «Изге подписка» акцияһы иғлан ителгәс, Яңы йылға бүләк итеп үҙебеҙҙең ғаиләнән 3 дана гәзитте башҡорт баҫмаһын яратып уҡыған, тик әлеге ваҡытта ниндәйҙер сәбәп менән яҙҙыра алмаған ғаиләләргә бүләк итергә булдыҡ. Яңы йыл һәммәбеҙгә лә көтөлмәгән бәхет, ҡыуаныстар алып килһен, - тигән теләктә ҡалабыҙ, тине Межгорье ҡаласығында йәшәгән шахмат композиторы, шағир, яҙыусы Франгил ҒӘЛИЕВ.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Франгил Ғәлиевкә ихласлығы, ярҙамсыл һәм киң күңелле булғаны, гәзит яҙмышына битараф булмағаны өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Хөрмәтле яҡташтар! «Изге подписка» акцияһына ҡушылып, яугирҙар ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, оло йәштәге таныштарығыҙға, күршеләрегеҙгә 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына «Урал» гәзитен бүләк итеп яҙҙырығыҙ. Белешмәләр өсөн тел.: 8-903-353-84-68.
Һеҙҙән матур хәбәрҙәр көтәбеҙ!
#Добраяподписка#Изгеподписка#Уралгәзите
❗️Внимание! Уважаемые автомобилисты! Очень важная информация. Сегодня, в ночь на…
Әсәйҙәр көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.…
Акцияға ҡушыл һәм гәзит бүләк ит! - "Урал"ды бик тә…
На 14 семей – 110 детей! В преддверии Дня матери,…