«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
Ямғыр
Яҙҙан яҙлыҡҡан ямғырҙарға ялындылар, ялбарҙылар:
– Яу, яу, ямғыр! Яҙлыҡма, ялындырма! Яҡынла, яу, яу! Ярыла яландар, ярлылана. Ябыға януарҙар.
Ямғыр, ялағайҙарын ялҡындай ялпылдатып, яңғырауығын яңғыратып яуапланы:
– Ярай-ярай, яуырмын! Ябалаҡтай ябырылды ямғыр. Яуҙы ямғыр. Яйлап та яуҙы. Яуҙай ябырылып та яуҙы. Яурындар яҙылды, яңаҡтар яҡтырҙы:
– Яуа, яуа ямғыр! Яулыҡ ябырмын яҡындарыма, яҫтыҡ яҫтармын янбаштарына! Яуһын ярай! Ярыҡтар ямалды, ялғаштарҙа - яуынһыу.
Яуа-яуа яшыҡланды, яралы януарҙай яуызланды ямғыр. Яҙатайым ярһыттылармы ямғырҙы? Яңылыш ялындылармы?
Ялбаралар:
– Ярай, яума, ямғыр, ялҡытҡансы! Дауамы -
– Ялындығыҙ, ялбарҙығыҙ! Ялҡтығыҙмы? Ялағайҙар! Яҡшатландылар!Яманмынмы? Яуам-яуам, ярыҡтар ябылғансы, Яйыҡ ярҙары ярсыҡланып ярылғансы.
Ялыналар:
– Яманлашма, ямғыр! Яҡшылыҡҡа яу, яйлап яу! Яндырайланма! Яратабыҙ ямғырҙы! Яйыңса яу, ямғыр!
Гөлниса Йәнсәйетова
Юлай Кәримов фотоһы Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал